

— Мин бында һәр тауыш мөһим тип ышанып килдем. Бөгөн тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашып, Рәсәйҙең сәйәси тормошондағы ҙур һәм мөһим эшкә өлөш индереүемде тойҙом, — тине егет.
Артёмды элекке уҡытыусылары шатланып ҡаршы алды. Улар егеттең ни менән шөғөлләнеүе, тормош пландары тураһында һорашты. Ул Ишембай нефть колледжын тамамлап, электромонтёр һөнәрен алыуын һәм хәҙер армияға китергә әҙерләнеүен һөйләне.
Беренсе тапҡыр тауыш биреүсе булараҡ, Артёмға иҫтәлекле бүләк — стилус һәм фонарик функциялары булған ручка тапшырҙылар. Уның һүҙҙәре буйынса, был сувенир әһәмиәтле көн тураһында яҡты хәтирә булып ҡаласаҡ.
Ирина Вахонина фотоһы.