Новости
20 Сентября , 07:00

Ишембай районы хакимиәте башлығы тауыш бирҙе

Бөгөн һайлауҙарҙың йомғаҡ көнөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙ кандидатына тауыш бирҙе.

Ишембай районы хакимиәте башлығы тауыш бирҙеИшембай районы хакимиәте башлығы тауыш бирҙе
Ишембай районы хакимиәте башлығы тауыш бирҙе

Кемдәр эш мәшәҡәттәре менән тауыш биреп өлгөрмәгән, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн һайлау участкалары киске 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ.

Ҡала һәм районда барлығы 73 һайлау участкаһы эшләй. Киләсәк һеҙҙең ҡулда икәнен онотмағыҙ, үҙегеҙ лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидатҡа тауыш бирегеҙ.

Бергә булайыҡ, изге ғәмәлдәрҙе берҙәм башҡарайыҡ. Илебеҙ имен булһын!

Фото шәхси архивтан

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас