

Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 2143-сө һайлау участкаһы рәйесе Ләлә Зөлҡәрнаева белдереүенсә, һайлаусылар йома һәм шәмбе көндәре әүҙем килгән. Бөгөн, йәкшәмбе, халыҡ төштән һуң әүҙемләшкән.
- Һайлауға килеүселәр араһында йәштәрҙең күпләп булыуы ҡыуандырҙы. Улар илебеҙ киләсәгенә битараф булмауҙарын күрһәтте. Беҙҙең участкала егерменән ашыу тәүге тапҡыр тауыш биреүсе булды, - тип уртаҡлашты ул.
Тулы мәғлүмәттәр барлыҡ бюллетендәрҙе иҫәпләп бөткәс билдәле буласаҡ.
Ирина Вахонина фотоһы