Новости
20 Сентября , 09:30

Ишембайҙа ата-әсәләр балаларын аңлы һайлау яһарға өйрәтә

Һайлау участкаһына Ибраһимовтарҙың күп балалы татыу ғаиләһе Дези исемле йорт хайуаны менән бергә килде. Ҡойроҡло дуҫтары үҙенең ихласлығы менән һайлаусыларҙың да, комиссия ағзаларының да күңелен күтәрҙе.

Ишембайҙа ата-әсәләр балаларын аңлы һайлау яһарға өйрәтәИшембайҙа ата-әсәләр балаларын аңлы һайлау яһарға өйрәтә
Ишембайҙа ата-әсәләр балаларын аңлы һайлау яһарға өйрәтә

Алдағы көндәрҙә был ғаилә күп балалы статусын рәсми рәүештә юғалтасаҡ, сөнки өлкән улдары Арсенийға 18 йәш тула. Бәлиғ йәшенә етеү менән, ул киләһе һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ. Бының ни тиклем мөһим икәнен Арсений бөгөндән үк аңлай.

— Мин һайлау участкаһына ата-әсәйем менән беренсе тапҡыр ғына килмәйем. Рәсәйҙең киләсәге үҙебеҙҙән тора икәнен яҡшы аңлайым, — ти Арсений. — Киләһе һайлауҙарҙа инде мин үҙ аллы тауыш бирәсәкмен.

Егет заводта эшләй. Ишембай һөнәрселек колледжын тамамлағандан һуң, ул предприятиела тәжрибә туплай. 

Күп балалы ғаилә әсәһе Татьяна Ибраһимова тауыш биреүҙең мөһимлеген билдәләй һәм балаларын быға бәләкәй саҡтан уҡ өйрәтә.

— Йыш ҡына кешеләр тормошҡа зарлана, әммә һайлау ваҡыты еткәс, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Ә бит һайлауҙар — сәйәсәткә йоғонто яһау мөмкинлеге. Киләсәктә беҙгә кемдеңдер үҙ ҡарарҙарын тағыуына зарланмаҫ өсөн, бөгөн һәр кем үҙ тауышын бирергә тейеш, — тине Татьяна Ибраһимова.

Ирина Вахонина фотоһы.

Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас