Новости
20 Сентября , 09:43

Халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙе нимә ғәжәпләндергән?

Улар Өфөлә лә, ауылдарҙа ла эшләгән

Халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙе нимә ғәжәпләндергән?Халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙе нимә ғәжәпләндергән?
Халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙе нимә ғәжәпләндергән?

Һайлау көндәрендә Башҡортостанда сит ил күҙәтеүселәре эшләй. Араларында Германия, Төркиә, Индонезия, Мадагаскар, Бразилия һәм башҡа ил вәкилдәре бар. Улар “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә килеп, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Араларында Төркиәнән профессор-политолог Хөсәйен Барыш Достер, Мадагаскар Милли йыйылышы ағзаһы Софи Ратцирака, Бразилиянан Алдынғы тикшеренеүҙәр институты вице-президенты Марко Антонио де Фрейташ һәм Индонезияның Демократик көрәш партияһының генераль секретары Хаста Кристиянто бар ине. Ҡунаҡтарҙы Мәскәүҙән килгән юридик фәндәр кандидаты Илья Чечельницкий оҙатып йөрөнө.

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Өфөлә генә түгел, ә ауылдарҙа урынлашҡан участкаларҙа ла булған. Уларҙың уртаҡ фекере шундай: тауыш биреү юғары ойоштороу кимәлендә үтә, асыҡ һәм законға тулыһынса тап килә. Брифинг ваҡытында уларҙың һәр береһе үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Рәсәйгә беренсегә килмәйем, бында политолог та, журналист булараҡ та фекеремде әйтәм. Шуға иғтибар иттем, һеҙҙә, айырыуса ауылдарҙа һайлауҙы ниндәйҙер кимәлдә байрамға әйләндергәндәр, милли кейемдә килгәндерҙе күрҙек. Балалар менән тауыш биреүселәр байтаҡ, йәштәр күп. Һайлауҙың өс көн үтеүе бик уңайлы тип иҫәпләйем. Ялдарға планы булған кешеләр йома уҡ бурысын үтәй ала, ә йома эшләгәндәр ял көндәре яйлап килә. Төркиәлә ниндәй генә кимәл һайлау булһа ла, ул бер көн эсендә үтеп китә. Һәр саҡ тиерлек кәмендә 30-40 минут сират тороп һайларға мәжбүрбеҙ. Ә бына һеҙҙә был мәсьәлә уйланылған, – тине Төркиә вәкиле Хөсәйен Барыш Достер.   

Мадагаскар вәкиле беҙҙә ойошторолған һайлауҙың шарттарына һоҡланыуын белдерҙе. Шулай уҡ Софи Ратцирака Рәсәйгә дуҫлығы өсөн рәхмәт әйтте

– Участкаларҙы ҡорамалландырыу һоҡландырҙы. Һәр ерҙә видеомәғлүмәтте үҙәкләштерелгән йүнәлтеүсе камералар тора. Был яңы технологиялар, беҙ Мадагаскарҙа үҙебеҙгә һатып ала алмайбыҙ, – тине ул. – Шуға иғтибар иттем, һеҙҙә һайлау процесын ойоштороуҙа башлыса ҡатын-ҡыҙҙар тора ахыры, комиссия ағзалары башлыса гүзәл заттар ине.  

Марко Антонио де Фрейташ ҡалала ла һәм ауыл ерендә ла һайлауҙы ойоштороуҙың лайыҡлы кимәле тураһында әйтте. Ул күҙәтеүселәрҙең эшен һәм халыҡтың юғары мәғлүмәтлелеген процестың легитимлығы күрһәткестәре булараҡ билдәләй.

Хаста Кристианко Рәсәй йәштәренең юғары сәйәси мәғлүмәтлелегенә иғтибар иткән.

– Мин яңы ғына 18 йәше тулған һәм беренсе тапҡыр тауыш бирергә килгән һайлаусы менән аралаштым. Йәш кешенең программаны алдан өйрәнеүенә һәм бөтә кандидаттарҙы белеүенә аптыраным. Был ҙур яуаплылыҡ тураһында һөйләй.

О.Е. Кутафин исемендәге университеттың дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы профессоры Илья Чечельницкий республиканың Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында мониторинг төркөмө эше тураһында һөйләне. Эксперттар һайлау комиссиялары вәкилдәре һәм бөтә сәйәси партияларҙан күҙәтеүселәр менән аралашҡан һәм һайлауҙар асыҡ, конкурентлы үтә, ә Башҡортостан ғәҙәттәгесә граждандарҙың юғары һайлау әүҙемлеге менән айырылып тора тигән фекерен әйтте.

Фото: Динар Кәлимуллин. 

Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас