

Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илнур Ғиниәтуллиндың уҡытыу эштәре буйынса ярҙамсыһы Мәҙкүрә Солтанова үҙ кандидатына тауыш бирҙе.
- Тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ еңел булмаған осор кисергәндә һайлауҙа ҡатнашыу барыбыҙҙың да бурысы, тип уйлайым. Кем булыуыңа ҡарамаҫтан, яуаплылыҡ тойоп, киләсәгебеҙ өсөн битараф булмайыҡ. Һәр изге эштә берҙәмлек кәрәк. Хәйерле сәғәттә булһын! - тип уртаҡлашты Мәҙкүрә Зәйләғи ҡыҙы.
Фото шәхси архивтан