Новости
19 Сентября , 08:30

Сәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә

Сәлих ауылында һайлау комиссияһының мобиль төркөмөн 96 йәшлек тыл ветераны Миңнур Халиҡова ҡаршы алды.

Сәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтәСәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә
Сәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә

Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫыуҙа эшләй, шул уҡ ваҡытта колхозсылар балаларын ҡараша. Бөгөн ул 10 ейән-ейәнсәргә һәм 10 бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй.

- Балаларыбыҙ беҙҙең күргән ауырлыҡтарҙы кисермәһен. Һәр саҡ тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн булһын. Үҙ тауышымды улар имен, матур тормошта йәшәһендәр өсөн бирәм, - тине Миңнур инәй.

Әйткәндәй, һайлау көнөндә Сәлих мәктәбе уҡыусылары йәрминкә ойошторҙо. Һатыуҙан килгән аҡсаны улар махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙаимға йүнәлтәсәк.

Автор фотолары.

Сәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә
Сәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә
Сәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә
Сәлих ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас