

Дамир Ғайса улы сығышы менән Үрге Этҡол ауылынан. Бәләкәйҙән ата-әсәһенең ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгәнен күреп үҫә, уларға эйәреп клубтағы сараларҙа ҡатнаша, һайлауҙарға бара.
- Һайлауға барырғамы, юҡмы тигән уй юҡ күңелемдә. Үҙ гражданлыҡ бурысымды тәүге көндө үк үтәнем. Һәр кем тормошона яуаплы булырға тейеш. Ошо уҡ яуаплылыҡты, илһөйәрлек рухын ҡатыным менән балаларыбыҙҙа ла бәләкәйҙән тәрбиәләйбеҙ. Өйҙә беҙ туған телдә һөйләшәбеҙ, йолаларҙы үтәп йәшәйбеҙ һәм кесе Ватаныбыҙҙы ныҡ яратабыҙ. Бөгөнгө беҙҙең тауыш биреү яҡты киләсәккә табан ышаныслы аҙым. Яҡташтарымды ла һайлауҙарҙан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам, - тип уртаҡлашты "Шатун" ҡушаматлы махсус хәрби операция ветераны.
Фото шәхси архивтан