

— Беҙҙең ғаилә өсөн һайлауҙар — күптәнге йола. Балаларға илебеҙҙең киләсәге һәр беребеҙҙән тора икәнен күрһәтеү өсөн тауыш бирергә бергә йөрөйбөҙ, — тип уртаҡлашты Ирина Баймурзина. — Был юлы минең өҫтәмә яуаплылығым да бар: мин күҙәтеүсе булырға ҡарар иттем, ә ирем мине тулыһынса хупланы.
Баймурзиндарҙың өлкән ҡыҙҙары һайлау барышы менән ҡыҙыҡһынды. 12 йәшлек Эмилия үҙенең дә тауыш бирәсәк көнөн түҙемһеҙлек менән көтөүен белдерҙе.
— Ҡатыным активистка, — тип йылмайҙы ғаилә башлығы Илмир. — Мин уның бындағы миссияһының ни тиклем мөһим икәнен аңлайым. Балалар әсәйҙәренең йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүен күрә һәм был улар өсөн гражданлыҡ позицияһының иң яҡшы өлгөһө булып тора. Беҙ тауыш бирҙек, кискеһен һайлау участкаһы ябылғас, әсәйҙе килеп алабыҙ.
Ирина ғаиләһен күҙ ҡарашы менән оҙатты ла эш урынына ҡайтты. Һайлау процесы штатлы режимда дауам итә, ә участкалағы тәртип — күп балалы әсәнең ышаныслы контроле аҫтында.
Фото ғаилә архивынан.