

“Һайлау-2026” йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә һайлау участкаларынан блогерҙар ҙа даими тура бәйләнешкә сыға. Бөгөн Асҡындағы 899-сы һайлау участкаһында һайлау барышын күҙәткән Әлиә Ғилванова менән аралаштыҡ.
– Бөтәһенең дә кәйефе күтәренке, байрамса. Асҡында һайлау менән бергә мәктәп йәрминкәһе үтә, кешеләр һайлауға ла, йәрминкәгә лә бара. Һайлаусылар бик әүҙем. Кисә тотош коллективтар менән килделәр, кемдер эш көнө башланыр алдынан тауыш бирергә тырышты. Йәштәр ҙә килә, кисә тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр байтаҡ булды. Бөгөн ғаилә парҙары һайланы, улар үҙҙәренең сабыйҙары менән бергә килде. Күҙәтеүселәр берҙәм эшләй, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, командала эшләйбеҙ. Участкала хоҡуҡ боҙоуҙар әлегә күҙәтелмәне.
Зөлфиә Мозафарова иһә Яңауыл районында 3405-се һайлау участкаһында тауыш биреү барышын күҙәтә.
– Мин блогер, үҙем хаҡында, беҙҙең районда барған ваҡиғалар тураһында яҙам. Сәйәсәт темаһы ла миңә яҡын, шуға күрә һайлауҙа мин күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашам. Беренсе тапҡыр ғына күҙәтеүсе булып эшләмәйем. Кисә халыҡ әүҙем килде. Һайлауҙарҙы барыһы ла мәшәҡәт итеп түгел, ә мөһим эш кеүек ҡабул итә. Күптәрҙең тотош ғаиләләр менән килеүе ҡыуаныслы. Оло йәштәгеләр күп, улар парлап килә. Һәм, әлбиттә, йәш һайлаусылар тауыш бирә. Был гражданлыҡ берҙәмлеге һәм яҡшы күрһәткес өлгөһө.
Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.
Рәмилә Мусина