Новости
18 Сентября , 08:00

МХО ветераны тауышын Еңеү өсөн бирҙе

Ҡолғона ауыл Советы хакимиәте башлығы, махсус хәрби операция ветераны Алик Ямалов район үҫеше өсөн күп көс һалған йәш етәксе, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы кеше булараҡ билдәле. Быйыл Иҫке Һәйет ауылы уның башланғысы менән «Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡушылды.

МХО ветераны тауышын Еңеү өсөн бирҙеМХО ветераны тауышын Еңеү өсөн бирҙе
МХО ветераны тауышын Еңеү өсөн бирҙе

Бөгөн Алик Ямалов тәүгеләрҙән булып тауыш биреп, ауылдаштарына өлгө күрһәтте.

- Һәр һайлаусының да тауышы ил киләсәге һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың еңеүе өсөн мөһим. Беҙ берҙәм тауыш биреп, был еңеүгә бергәләп ынтылырға тейешбеҙ. Килегеҙ, тауыш биреп, ил киләсәгенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, - тип белдерҙе Алик Хөрмәт улы.

Фото һәм видео шәхси архивтан.

МХО ветераны тауышын Еңеү өсөн бирҙе
МХО ветераны тауышын Еңеү өсөн бирҙе
МХО ветераны тауышын Еңеү өсөн бирҙе
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас