

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырап бөтөү менән, зал оло, урта йәштәгеләр һәм йәш егет-ҡыҙҙар менән тулды. Ишембай нефть колледжының дәртле һәм әүҙем студенттарын күреү ҡыуаныслы булды. Улар араһында ирекмәндәр һәм спортсмендар бар. Егет-ҡыҙҙар үҙҙәренең тотороҡло киләсәге өсөн тауыш бирергә килгәндәрен яҡшы аңлай ине. Һайлау комиссияһы 18 йәш тулғас, ғүмерендә беренсе тапҡыр тауыш биргән йәштәргә иҫтәлекле ручкалар бүләк итте.
Беренсе булып тауыш биреүселәр араһында БашРТС хеҙмәткәре Илдар Ибраһимов бар ине.
- Мин бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ. Һәр һайлаусының тауышы ла Рәсәй өсөн мөһим. Минең өсөн илдең социаль-сәйәси тормошонда ҡатнашыу бик мөһим, шуға ла иртә менән килдем, - тине яҡташыбыҙ.
Автор фотолары.