

Коллектив был көндө үҙенсәлекле итергә һәм һайлауға бергәләп килергә ҡарар иткән, был иһә ауылдаштарға байрам кәйефе бүләк итте. Тауыш биргәндән һуң улар концерт номеры ла башҡарҙы. Һайлауға килгән 1944 йылғы Радик Хәмитов, хатта йәшен онотоп, коллективҡа ҡушылып бейеп тә алды.