Новости
18 Сентября , 10:00

18 йәшлек яҡташыбыҙ тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Перегонный биҫтәһенең 2122-се һайлау участкаһында халыҡ иртән-иртүк юғары гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәтә. Тауыш бирергә килеүселәр араһында тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыусы 18 йәшлек Артём Хафизов та бар. Ишембай нефть колледжының өсөнсө курсында уҡыған егет дәрестәре башланғансы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты.

18 йәшлек яҡташыбыҙ тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты18 йәшлек яҡташыбыҙ тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты
18 йәшлек яҡташыбыҙ тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Нефть-газ тармағының буласаҡ белгесе әүҙем студент тормошонан айырылмай: олимпиадаларҙа, һөнәри һәм ижади конкурстарҙа ҡатнаша, сәнәғәт һәм йәштәр форумдарында йыш сығыш яһай, ә ҡалған ваҡытта ул — колледж сараларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы.

— Тәүҙә мин кандидаттар исемлеге һәм партияларҙың программалары менән таныштым. Бөтәһен дә уйлап, дөрөҫ ҡарарға килдем тип иҫәпләйем. Рәсәй Федерацияһы гражданы булараҡ, үҙ ҡаламдың һәм тотош илемдең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойорға тейешмен тип һанайым.

Артём теркәлеү урыны буйынса һайлау участкаһында — үҙе уҡыған 5-се мәктәптә тауыш бирҙе. Нәҡ ошо белем усағында ул тик «бишле» билдәләренә генә уҡып, төплө белем ала һәм колледждың бюджет бүлегенә уҡырға инә. Йәш егет ошондай тантаналы сәбәп менән ҡәҙерле мәктәбенә ҡабаттан аяҡ баҫыуына бик шат булыуын белдерҙе.

Егет участкаға үҙенең элекке класташы менән бергә ктлгән — улар бөгөнгәсә дуҫтар. Кисә генә бер парта артында уҡыған мәктәп балалары булһалар, бөгөн инде — үҙаллы, тәүге етди ҡарарҙарын ҡабул итеүсе шәхестәр. Өлкән быуын кеүек үк, йәштәр ҙә үҙ һайлауын төплө яһаны.

Фото: Алена Чернова

Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас