Новости
17 Сентября , 05:06

Мәктәп уҡыусыһы – Башҡортостан Башлығы кабинетында

Һәләтле малайҙың ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө.

Мәктәп уҡыусыһы – Башҡортостан Башлығы кабинетындаМәктәп уҡыусыһы – Башҡортостан Башлығы кабинетында
Мәктәп уҡыусыһы – Башҡортостан Башлығы кабинетында

16 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһынан оҙон көй жанрында башҡорт йырҙарын йәш башҡарыусы Әнүәр Вәхитов менән осрашты. Төбәк етәксеһе үҫмерҙе быйыл июнь айында 3-сө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары менән аралашыу ваҡытында саҡырғайны.

Күп балалы ғаиләнән булған 12 йәшлек Әнүәр Вәхитов әсәһе Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы менән килде. Ул Күмертауҙа Исҡужин исемендәге гимназияла директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Әсә һөйләүенсә, улында музыкаға һәләт биш йәшендә барлыҡҡа килә. Уның һәләтен асырға республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмилә Рамаҙанова ярҙам итә. Тап ул халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләй.

Үҫмерҙең ҡаҙаныштары күп – ул төрлө күләмдәге сараларҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Шул иҫәптән “Сулпылар-2022” республика телевизион конкурсында, “Алтын сапсан” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижад фестивалендә уңышлы сығыш яһай. Быйыл сентябрҙә Әнүәр урындағы балалар музыка мәктәбендә уҡый башлаған, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Шулай уҡ ғәрәп телен өйрәнә, футбол менән ҡыҙыҡһына.

Радий Хәбиров уға үҙенең кабинетын күрһәтте, уҡыуында уңыштар, яңы ижади ҡаҙаныштар теләне.

- Һәләтле малай миңә бик оҡшаны. Ул беҙҙең республика исеменән Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында сығыш яһаны. Ошондай яҡшы балаларҙың бында килеүен теләйем, уларға экскурсиялар уҙғарырға, үҙемдең эшем тураһында һөйләргә әҙермен. Сөнки беҙҙең һәр ғәмәл файҙа килтерергә тейеш. Бына ул ҡайтасаҡ һәм алға барырға теләүе тураһында әйтәсәк. Бында беҙ бары тик яҡшы ниәт бирәбеҙ, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Резеда Шәнгәрәева
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас