

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында яңы һыу алыу ҡоролмаһы әүҙем төҙөлә. Был проект “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Ведомство вәкилдәре даими рәүештә төҙөлөш эштәрен ҡарай һәм ресурстың сифатын раҫлау өсөн ғәмәлдәге скважиналарҙан эсәр һыу өлгөләрен ала. Ағымдағы күрһәткестәр буйынса планлаштырылған эштәрҙең 70 проценттан ашыуы башҡарылған: 17 километрҙың 12 километрҙан ашыуында торба һалынған һәм биш скважина бырауланған.
Төҙөлөштө тамамлау ауыл халҡына үҙен сифатлы һәм өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Был ҡарар айырыуса йәйге осорҙа көнүҙәк, сөнки иҫке коммуникацияларға йөкләмә арта, ә таҙа һыу менән тәьмин итеүгә ихтыяж максималь була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.