Новости
5 Сентября , 04:25

Беҙҙең косметика сит ил баҙарын яулай

Башҡортостандан Ecolive бренды өс илгә экспортҡа сығарылды.

Беҙҙең косметика сит ил баҙарын яулайБеҙҙең косметика сит ил баҙарын яулай
Беҙҙең косметика сит ил баҙарын яулай

Ecolive тәбиғи косметика брендын үҫтергән Башҡортостан эшҡыуары Нейля Хәмитова 2026 йылда тәүге тапҡыр үҙенең тауарын сит ил баҙарына сығарҙы.

Компания Ҡаҙағстанға, Әрмәнстанға һәм Үзбәкстанға оҙата башланы. Һатыу географияһын киңәйтеү буйынса эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

Халыҡ-ара баҙарҙарға сығыу дәүләт ярҙамы арҡаһында мөмкин була. Төбәктең экспортҡа ярҙам итеү үҙәге берлектә финанслау шарттарында эшҡыуарға OZON Ҡаҙағстан маркетплейсында һатыуҙы көйләргә ярҙам итә.

– Экспортҡа ярҙам үҙәге менән экспортҡа сығыу – ул бизнесты беренсе килемгә тиклем тулы ҡиммәткә оҙатыуБеҙ эшҡыуарҙарға сит ил контрагенттары менән эшләү өсөн әҙер ҡоралдар биреп, “тест” старттарына артыҡ сығымдарҙан ҡасырға ярҙам итәбеҙ. Ecolive тарихы — системалы ярҙамдың урындағы брендтарға уңышлы таратырға һәм сит илдәрҙә клиенттар табырға ярҙам итеүенең сағыу миҫалы, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ecolive бренды тауар төрлөлөгөнә тәбиғи майҙар һәм экстракттар менән ванна өсөн хуш еҫле бызмырлаусы шарҙар, шулай уҡ бит һәм тән тиреһен тәрбиәләү өсөн автор косметикаһы инә. Башҡортостан тауарының экологик составы, эстетик төргәге һәм юғары сифаты сит ил һатып алыусыларында хуплау тапты.

Ҡаҙағстан майҙансығында уңышлы старт проектты таратыу һәм бер юлы өс сит ил баҙарына сығыу мөмкинлеген бирә. Киләсәктә был компания өсөн яңы мөмкинлектәр аса: килемде арттырыу, һатыуҙы диверсификациялау, брендты нығытыу һәм халыҡ-ара уҙаҡташтар менән оҙайлы бәйләнешкә сығыу.

Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

Рәмилә Мусина

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас