

1 сентябрҙә «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда МХО ветерандары һәләк булған яугирҙәрҙең балалары янында булды – уларҙы мәктәпкә оҙатты, ярҙам күрһәтте, бүләктәр тапшырҙы.
«Беҙҙең өсөн сит балалар юҡ. Беҙҙең геройҙарҙың балалары – беҙҙең дә балалар. Уларҙы үҫтерергә һәм аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Шулай эшләү һәм шулай йәшәү – дөрөҫ һәм ғәҙел», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
ФОТО: БР МХО ВЕТЕРАНДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ | СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘР