

Йыл әйләнәһенә эшләй торған һауыҡтырыу учреждениеһы 1984 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Шифахана 200 кешегә иҫәпләнгән. Бында тын алыу органдары сирҙәрен кисергән 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар медицина реабилитацияһы үтә.
Баш табип Азамат Хәйбуллин билдәләүенсә, 2026 йылдың ете айында бында 1 534 бала һаулығын нығытҡан. Күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре иҫәбендә – климатотерапия, дауалау физкультураһы, тын алыу гимнастикаһы, физиотерапия процедуралары, массаж, спелеотерапия, бальнеодауалау, кислород терапияһы, ингаляция терапияһы, парафин-озокерит менән дауалау, шулай уҡ алты тапҡырлыҡ диетик туҡланыу һәм тәүлек әйләнәһенә медицина күҙәтеүе бар.
Радий Хәбиров шифахананың инфраструктураһын ҡарап сыҡты һәм уның дауалау-һауыҡтырыу потенциалы менән танышты. Төбәк етәксеһе автоматик янғын сигнализацияһы системаһын яңыртырға, шулай уҡ 2015 йылдан бирле файҙаланылмаған бассейнды ремонтлау өсөн проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушты.
“Республикала 11 дәүләт балалар шифаханаһы бар – уларҙың барыһы ла төрлө хәлдә. Яҡында ғына беҙ Красноусол балалар шифаханаһын тәртипкә килтереү тураһында ҡарар ҡабул иттек, быйыл уҡ унда ысын һөҙөмтәләрҙе күрергә планлаштырабыҙ, уның өсөн аҡса таптыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бында шифахана етерлек яҡшы хәлдә, әммә уны ла яйлап төҙөкләндерә башлаясаҡбыҙ. Балалар шифаханаларына иғтибар бүлеү мөһим. Һорауҙар бар, һәм беҙ уларҙы пландарға ярашлы хәл итәсәкбеҙ”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.