

Махсус операция геройы бала саҡта уҡ уға өйләнергә теләүен әйтә һәм йылдар үткәс һүҙендә тора. МХО биләмәһенән реабилитацияға ҡайтҡас, яугир тәҡдим яһай һәм Шишмә районының ЗАГС бүлегендә һөйгәне менән никахын рәсми рәүештә теркәй.
Дәүләт юстиция комитетында яугирҙең штурмлау отряды составында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләнеләр. Хәрби заданиеларҙың береһендә «Зима» дошман БТР-ын ҡыуып алып китә, уның ошо ҡыйыу аҙымы тотош илде таң ҡалдыра. Хәрби хеҙмәткәр Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
ФОТО: ДИЛБӘР ХӘМИТОВА | ВИДЕОНАН СКРИНШОТ