Новости
15 Июль , 14:50

Ағиҙел ҡалаһындағы музейға яңы ҡорамалдар алынған

Музей өсөн панорама проекторы һәм интерактив сенсор панелдәр һатып алынған, улар балаларға тыуған яҡтың тарихы менән мауыҡтырғыс уйын формаһында танышырға ярҙам итә.

Ағиҙел ҡалаһындағы музейға яңы ҡорамалдар алынғанАғиҙел ҡалаһындағы музейға яңы ҡорамалдар алынған
Ағиҙел ҡалаһындағы музейға яңы ҡорамалдар алынған

“Ғаилә” милли проектына (национальный проект “Семья”) ярашлы, Ағиҙел ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында матди-техник база яңыртылды. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр иттеләр.

- Беҙ матди-техник базаны яңыртыу ғына түгел, ә сифатлы үҫешеү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек алдыҡ. Яңы ҡорамалдар төп мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡеүәтле ҡорал буласаҡ. Ул саралар үткәреүҙе яңы кимәлгә сығарырға, белем биреү һәм тәрбиә процесын интерактив рәүештә алып барыуға, шулай уҡ һәр кеше һәм хеҙмәткәр өсөн заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлнара Ғайсина.

Учреждение өсөн панорама проекторы һәм интерактив сенсор панелдәр һатып алынған, улар балаларға тыуған яҡтың тарихы менән мауыҡтырғыс уйын формаһында танышырға ярҙам итә. Ә яңы профессиональ тауыш ҡорамалдары музей сараларын, концерттарҙы юғары кимәлдә үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Әйткәндәй, “Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Ағиҙел ҡалаһы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының матбуғат хеҙмәте.

Таңсулпан Байтимерова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас