Новости
14 Июля , 12:45

Радий Хәбиров Салауатта оператив штаб ултырышын үткәрҙе

14 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Газпром нефтехим Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында төбәк оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе.

Радий Хәбиров Салауатта оператив штаб ултырышын үткәрҙеРадий Хәбиров Салауатта оператив штаб ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров Салауатта оператив штаб ултырышын үткәрҙе

14 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында төбәк оператив штабының күсмә ултырышын үткәрҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртән предприятиеға осоусы аппараттар ҡулланып, террористик һөжүм яһалды. Зыян күреүселәр юҡ. БПЛА-ларҙың ҡалдыҡтары сәнәғәт зонаһы территорияһына төштө.

Министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив хеҙмәттәр, предприятие һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында үткән ултырышта стратегик объекттарҙы һаҡлауҙы көсәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.

– Бөгөн Салауаттағы нефть химияһы комплексына дошман дрондарының һөжүме – иң күләмлеһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бында көслө эшелонлаштырылған оборона ҡоролған, шуға күрә Оборона министрлығы, БАРС отряды һәм предприятиеның үҙ көстәре менән уларҙы юҡ итеү йәки ориентацияһын юғалтырлыҡ хәлгә килтереү мөмкин булды.

Ултырышта террористик һөжүм хәүефе шарттарында сәнәғәттең эше, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ведомство-ара хеҙмәттәшлек, диверсияларҙы иҫкәртеү һәм уларға оператив яуап биреү мәсьәләләре ҡаралды.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы дошман һөжүменең эҙемтәләре тураһында һөйләне.

– Бер нисә яныу усағы бар ине. Уларҙың барыһы ла тиерлек һүндерелде. Төп объекттар зыян күрмәне. Ресурстар бирелә торған, электр кабелдәре үткән эстакадаларҙа ҡайһы бер емерелеүҙәр бар, – тине Радий Хәбиров. – Тергеҙеү эштәре тәүлек әйләнәһенә алып барыласаҡ. Бер нисә көн эсендә предприятие элекке эш күләменә сығыр, тип уйлайым. Был бик мөһим. Критик инфраструктура объекттарының әүҙем һәм пассив хәүефһеҙлеген артабан да көсәйтергә кәрәк. Бындай һөжүмдәрҙең ҡабатланыу ихтималлығын  иҫәптән сығарырға ярамай, ә был системалар дрондар менән көрәштә үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күрһәтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Рәшит Кәлимуллин
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас