Новости
13 Июля , 12:50

Радий Хәбиров республика табиптарының эшен тәнҡитләне

Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика табиптарының эшен тәнҡитләне. 

Радий Хәбиров республика табиптарының эшен тәнҡитләнеРадий Хәбиров республика табиптарының эшен тәнҡитләне
Радий Хәбиров республика табиптарының эшен тәнҡитләне

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта тупаҫ табиптарҙы осратырға тура килә. Был хаҡта туғандарҙан, таныштарҙан ишетәм. Халыҡ ваҡытында медицина ярҙамы ала алмай. Беҙ һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһына ҙур өлөш индерҙек. Һәм беҙ тармаҡта эшләүселәр тарафынан ыңғай һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Һеҙ беләһегеҙ, мин табиптарға, шәфҡәт туташтарына ҡарата йылы һүҙҙәремде йәлләмәйем. Әммә бындай осраҡтарға юл ҡуйырға ярамай», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе БР Башлығы хакимиәтенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяға был проблеманы айырым ҡарарға ҡушты. Хәҙер һәр дүшәмбе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин оператив кәңәшмәлә медицина хеҙмәткәрҙәренең эш сифаты хаҡында доклад яһарға тейеш буласаҡ.

«Һорауҙарҙы туранан-тура ошонда министрға бирергә кәрәк, ә ул үҙ сиратында муниципалитет башлығына еткерергә тейеш. Был министрҙың, район башлығының һәм баш табиптың яуаплылығында, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. —  Аңлайым, бәлки, кешенең кәйефе булмаҫҡа мөмкиндер. Әммә насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ. Һәм кешеләр менән мөғәмәллә итегеҙ. Юғиһә тура эфирҙа баш табиптарҙы эштән ебәрә башлаясаҡмын».

 

ФОТО: СКРИН | БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ОПЕРАТИВ КӘҢӘШМӘҺЕНЕҢ ТУРА ТРАНСЛЯЦИЯҺЫ

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас