Новости
3 Июль , 07:45

Өфө илдең ҙур спорт майҙанына әүереләсәк

Башҡортостан өсөн Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһын һәм форумды ябыу церемонияһын үткәреү – ҙур хөрмәт һәм абруй билдәһе.  

Өфө илдең ҙур спорт майҙанына әүереләсәкӨфө илдең ҙур спорт майҙанына әүереләсәк
Өфө илдең ҙур спорт майҙанына әүереләсәк

 Башҡортостан илдең ете төбәге иҫәбендә Рәсәй халыҡтарының 3 августан 29 сентябргә тиклем дауам итәсәк II Спартакиадаһы ярыштарын үткәреү майҙанына әүереләсәк. Ҙур ваҡиғаның финалы  Өфөлә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Күләмле ярыштар 2028 йылда үтәсәк Олимпия уйындарына спортсыларҙы һайлап алыуҙың  төп милли этабына әүереләсәк һәм ил спортының көслө вәкилдәрен берләштерәсәк. Спорттың 43 төрө буйынса ярыштарҙа 12 меңдән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ. Сараны тантаналы асыу Екатеринбург ҡалаһында үтәсәк, ә финалын, спорт форумын ябыу церемонияһын, Өфөлә күҙәтә аласаҡбыҙ.

“Башҡортостан өсөн Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһын һәм форумды ябыу церемонияһын үткәреү – ҙур хөрмәт һәм абруй билдәһе. Был ярыштар 2028 йылда үтәсәк Олимпия уйындарына көслө спортсыларҙы һайлауҙа мөһим этап булыуы менән бик ҙур әһәмиәткә эйә. Шуның менән бергә Спартакиада спортты үҫтереүгә, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итәсәк, төрлө халыҡтар вәкилдәрен дөйөм ҡиммәттәр – спорт, намыҫлы көрәш һәм юғары һөҙөмтәләргә ынтылыш тирәләй берләштерәсәк. Тап ошондай проекттар “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы маҡсатына өлгәшергә ярҙам итә”, – тип билдәләне республиканың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков.

“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы (Государственная программа  “Спорт России”) физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү , спортты популярлаштырыу һәм халыҡтың тормош сифатын күтәреү  өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото:Башҡортостан Спорт министрлығы.

Дина Арсланова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас