

Байрамда Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, хәрби журналистика ветераны, военкор, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов, күше ҡала һәм райондар ижтимағи-сәйәси гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре «Торатау» баҫмаһы коллективын ҡотлап, төрлө наградалар тапшырып үтте.
- «Торатау» гәзитенең башҡорт телендә үҙ аллы баҫма булып сыға башлауы бик яҡшы хәтерҙә. Еңел булмаған осорҙа баҫманы етәкләгән баш мөхәррир Хаят Йосопованың, Гүзәл Заһиҙуллина, Мөҙәрис Багаев, Гөлнур Дәүләтйәрова кеүек талантлы журналистарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, - тине үҙ сығышында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина. – Хәҙерге заманда йөкләмәләр һәм яуаплылыҡ икеләтә ҙур булһа ла, «Торатау» гәзитенең коллективына 25 йыллыҡ һалынған йолаларҙы дауам итеп, артабан да уңышлы эшләүҙәрен, яңынан-яңы ҡаҙаныштар яулауҙарын теләп ҡалам.
Юбилей кисәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Торатау" гәзитенең беренсе баш мөхәррире Миңлехаят Йосопова менән "Торатау" гәзитендә оҙаҡ йылдар яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Гүзәл Заһиҙуллинаның ҡатнашыуы байрамға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
Баҫманың 25 йыллығы уңайынан һәләтле яҡташтар араһында – таҡмаҡтар бәйгеһе, мәктәп уҡыусылары араһында «Минең ғаиләм» иншалар конкурсы һәм викторина иғлан ителгәйне. Юбилей кисәһендә еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Таҡмаҡ конкурсында беренсе урын алған Аҙнай ауылының "Берғамыт ҡыҙҙары" коллективы һандыҡ менән бүләкләнде.
Район гәзитенә яҙылып, квитанцияларын тотоп килеүселәр араһында иҫтәлекле бүләктәр - көнкүреш техника һәм мебель уйнатылды. Бағымсылар ярҙамында алынған төп бүләк - диванды Ишембайҙа йәшәүсе Светлана Хәйруллина отто.
Фотоальбом: https://vk.ru/album-23747558_311408136
Фото: Алёна Чернова.