Новости
19 Июнь , 13:55

“Хәтер баҡсаһы” акцияһы һөҙөмтәле булды

Уның барышында 3 миллион йәш ағас ултыртылды  

“Экологик именлек” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) ойошторолған “Хәтер баҡсаһы” акцияһының етенсе миҙгеле барышында Башҡортостанда 3 миллион ағас үҫентеләре ултыртылды, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

Бындай һөҙөмтәләр менән Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды яуланы.

Республикала был акцияның саралары 273 урында үтте. Уларҙа 117 мең кеше, шул иҫәптән йәштәр, балалар, тәжрибәле урман хужалығы белгестәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.

- Федераль ойоштороу комитеты яғынан юғары баһа – Башҡортостан халҡының дөйөм һөҙөмтәһе. “Хәтер баҡсаһы”на сығыусы 117 мең яҡташыбыҙ үҙҙәренең эштәре менән тарихи хәтерҙе, экология өсөн яуаплылыҡты күрһәтте. Беҙ яңы урман массивтарын ғына ултыртманыҡ, төрлө осорҙағы Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә тере мемориалдар булдырҙыҡ. Тап ошондай берҙәмлектә сағыла көсөбөҙ. Бергәләп беҙ республикабыҙҙың тарихын яҙырбыҙ, яңы быуын өсөн йәшел киләсәк булдырырбыҙ, - тине Башҡортостандың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас