

Был аҙнала Башҡортостанда һәүәҫкәр спортсылар өсөн мөһим ваҡиға булды – һәүәҫкәр-хоккейсылар беренсе тапҡыр Төнгө хоккей лигаһы – Крутов кубогы еңеүселәре булды. Был һәүәҫкәрҙәр өсөн иң юғары награданы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы командаһы яуланы. Майҙа “Сириус”та үткән финал ярыштарында беҙҙең команда 2:0 иҫәбе менән еңде.
Был ҙур еңеү уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров команданың төп фигураларын дәртләндереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә үтте.
Республика Башлығының рәхмәт хаттары менән БР сауҙа-сәнәғәт палатаһының һәүәҫкәр хоккей командаһының баш тренеры Роберт Мурдускин, баш тренерҙың ассистенты Евгений Коврацкий, команда капитаны Артур Хисаметдинов бүләкләнде.
Абруйлы награданан тыш, еңеүсе команда үҙ төбәгендә 100 миллион һум күләмендә ябыҡ боҙ аренаһы төҙөү өсөн тәғәйенләнгән Рәсәй Спорт министрлығы грантын аласаҡ, тип билдәләне вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов.
Бынан тыш Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгән саҡта айырылып торған яугирҙәрҙе лә тәбрикләне.
Рәсәй Оборона министрлығының 12271-се ғәскәри часы “Башҡортостан” полкының реактив артиллерия батареяһы командиры Александр Козоногов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров генерал Шайморатов орденын Рәсәй Федерацияһы тәфтиш комитетының 125-се хәрби тәфтиш бүлеге дознавателе Сергей Евстафьевҡа тапшырҙы.
– Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Бөтәһенә лә еткерегеҙ – кемгә күпме ярҙам, күпме гуманитар йөк кәрәк – беҙ быны эшләйәсәкбеҙ, — тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.