Новости
2 Июня , 15:00

Хөрмәтле яҡташтар! Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар!

Һеҙҙе "Торатау" гәзитенең 25 йыллығы уңайынан 25 июндә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк юбилей кисәһенә саҡырабыҙ.

Бары тик һеҙҙең өсөн генә эстрада йондоҙҙары һәм ижади коллективтар сығыштары буласаҡ, редакциябыҙ иғлан иткән конкурстар еңеүселәрен билдәләү үтәсәк. Журналистар менән яҡындан танышыу мөмкинлеге лә бар.

Шулай уҡ "Торатау" гәзитенә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына йәки тулыһынса бер йылға яҙылыусы һәм тап ошо көндә квитанцияларын тотоп, юбилейға килеүселәр араһында матур һәм иҫтәлекле бүләктәр оттороласаҡ. Әйткәндәй, төп приз - диван!

Башланыу ваҡыты 12.00 сәғәттә.

Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!

0+

Редакция.

Читайте нас