Новости
19 Май , 13:50

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә 700-ҙән ашыу буласаҡ әсәйҙе уҡыттылар

Быйыл йыл башынан алып 700-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ Өфөлә Республика перинаталь үҙәге базаһында эшләгән “Беҙ – ата-әсәләр” исемле йөклөләр өсөн мәктәптә уҡыған.

Өфөнөң перинаталь үҙәгендә 700-ҙән ашыу буласаҡ әсәйҙе уҡыттыларӨфөнөң перинаталь үҙәгендә 700-ҙән ашыу буласаҡ әсәйҙе уҡыттылар
Өфөнөң перинаталь үҙәгендә 700-ҙән ашыу буласаҡ әсәйҙе уҡыттылар

Быйыл йыл башынан алып 700-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ Өфөлә Республика перинаталь үҙәге базаһында эшләгән “Беҙ – ата-әсәләр” исемле йөклөләр өсөн мәктәптә уҡыған. Белем биреү программаһы “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Мәктәп программаһы ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәтлелеген арттырыуға ғына түгел, ә әсәлеккә психологик әҙерлекте формалаштырыуға ла булышлыҡ итә. Уңайлы һәм ышаныслы атмосфера арҡаһында дәрестәрҙә йөклөлөк осорона хас борсолоу кимәлен кәметергә мөмкин.

– Проект буласаҡ әсәләр өсөн юғары социаль әһәмиәткә эйә. Мәктәп стационарҙа дауаланған пациенттар өсөн булдырылған һәм аҙнаһына 3-4 осрашыу үткәреүҙе күҙ уңында тота. Бөтә белем биреү модулдәренең йөкмәткеһе дауалаусы табиптар менән килешеп, шәхсән медицина күрһәтмәләренә яраҡлаша, был уҡытыуҙың хәүефһеҙлеген һәм һөҙөмтәлелеген гарантиялай, – тип билдәләне перинаталь үҙәк ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙарға медицина-социаль ярҙам үҙәге мөдире Эльвина Әхмәҙиева.

“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 
Таңсулпан Байтимерова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас