Новости
19 Мая , 13:50

Башҡортостандың гарантия фонды ярҙамға килә

Дәүләт гарантиялары Башҡортостан предприятиеһына ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары һатып алырға мөмкинлек бирҙе. 

Башҡортостандың гарантия фонды ярҙамға киләБашҡортостандың гарантия фонды ярҙамға килә
Башҡортостандың гарантия фонды ярҙамға килә

Башҡортостандың гарантия фонды «КаПСтройСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 17,5 миллион һумға йөкләмә бирҙе. Был компанияға ремонт, төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса контрактты үтәүгә, шулай уҡ инженер ҡорамалдары һәм материалдары һатып алыуға 35 миллион һум күләмендә банк гарантияһын алырға мөмкинлек бирҙе. «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») буйынса ярҙам күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

– Фонд йөкләмәләре бәләкәй һәм урта бизнесҡа банк аша кредит алыу мөмкинлеген тәьмин итә. Был ҙур компаниялар менән килешеүҙәр төҙөргә һәм проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, үҙ сиратында, ул эш урындары булдырырға һәм төбәктең иҡтисадын нығытырға булышлыҡ итә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

2013 йылдан алып «КаПСтройСервис» төҙөлөш-монтаж һәм һүтеү эштәренең тулы комплексын башҡара. Заказсылар араһында – авиация һәм нефть-газ тармағы лидерҙары: «Газпром», «Башнефтегеофизика», «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе».

– Финанс кәртәләр йыш ҡына ҙур контракттарға инеүҙе сикләй. Фондтың йөкләмәһе беҙгә мөһим проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға һәм баҙарҙа юғары квалификациялы белгестәр командаһы булараҡ үҙебеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек бирҙе, – тип билдәләне «КаПСтройСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Трофимец.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: cmbrb.ru

Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас