

Өфө районының Зубов ауылында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үҙенсәлекле белем биреү проекты тормошҡа ашырыла. Эшҡыуар Эльвира Шәйхетдинова был эшкә ҡыйыу тотондо, Башҡортостан микрокредит компанияһында бер миллион һум күләмендә займ алды. Финанс ярҙамы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы күрһәтелде.
– Ярҙам яңы финанс инструменты – “Партнерлыҡ финанслауы” ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ул республика эшҡыуарҙары өсөн 2026 йылдың апреленән эшләй башланы, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ министры Светлана Верещагина.
Проект халыҡ-ара KiberOne франшизаһы буйынса ғәмәлгә ашырыла һәм балалар өсөн төрлө яҡлы һанлы белем биреү бурысын ҡуя. Ҡыҫҡа сроклы курстарҙан айырмалы, мәктәп программаһы алтмыштан ашыу модулде эсенә ала. 14 йәшкә уҡыусылар IT өлкәһендә күнекмәләргә эйә була. Был улар алдында киң профессиональ офоҡтар аса.
– Проект үҙенең һорау менән файҙаланғанын иҫбатланы. Алда – яңы офоҡтар. Яҡындағы пландарҙа – тағы ла күберәк бала сифатлы белем алһын өсөн Өфө районы биләмәһендә яңы майҙандар асыу, – тип фекере менән уртаҡлашты Эльвира Шәйхетдинова.
Иҡтисадты үҫтереүгә дүрт милли проект арналған. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.