Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель , 18:00

МХО яугире алтынсы тапҡыр атай булған!

Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәтенән хәбәр итәләр.

МХО яугире алтынсы тапҡыр атай булған!
МХО яугире алтынсы тапҡыр атай булған!

Баймаҡ районында «Һунарсы» позывнойлы МХО яугире алтынсы тапҡыр атай булған – уның ҡыҙы тыуған. Бәхетле ғаилә башлығы тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр.

«Һунарсы» дуҫы һәм класташы менән өлөшләтә мобилизацияның тәүге көндәрендә үк махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Яҡташыбыҙ — «Урал» машинаһы водителе, яуҙаштарына боеприпастар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар ташый.

«Азамат үҙе лә ишле ғаиләлә үҫкән, хәҙер ҡатыны менән алты бала тәрбиәләй. Был ҡыйыулыҡ, яуаплылыҡ, Тыуған илгә һәм ғаиләгә һөйөү өлгөһө булып тора. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул яҡындары өсөн көс һәм ваҡыт таба», — тип белдерҙеләр район хакимиәтендә.

 

Сығанаҡ: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazeta_toratay

 

Автор: "Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас