Новости
30 Марта , 16:50

Хеҙмәт менән төҙәләләр

Былтыр федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының холоҡ төҙәтеү учреждениеларында 1,2 миллиард һумлыҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештерелгән. 

2025 йылда төбәктең холоҡ төҙәтеү учреждениеларының хеҙмәт адаптацияһы үҙәктәрендә тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереү күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итте. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Рәсәй федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Сергей Кудрявцев хәбәр итте.

Производство эшмәкәрлеге республиканың алты холоҡ төҙәтеү учреждениеһында, шулай уҡ колония-поселениела ойошторолған. Хеҙмәт адаптацияһы үҙәктәрендә хөкөм ителгәндәрҙе профессиональ әҙерләү, уларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү һәм артабан ресоциализациялау менән шөғөлләнәләр. Бында сығарылған бөтә тауарҙар дәүләт стандарттарына һәм раҫланған техник шарттарға тап килә.

– Былтыр дәүләт һәм муниципаль власть органдары менән 57,3 миллион һумлыҡ 104 контракт төҙөлдө. Был урам эскәмйәләре, канализация люктары өсөн ҡапҡастар, металл карауаттар, түшәк кәрәк-ярағы, хирургия халаттары эшләү, – тине Сергей Кудрявцев. – 2026 йылда территорияларҙы ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартыу, автомобилдәрҙе ремонтлау, мебель, сауҙа нөктәләре өсөн навестар һәм башҡа изделиелар эшләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү йәһәтенән муниципалитеттар менән үҙ-ара эш итеүҙе дауам итәбеҙ.

Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Радий Хәбировҡа үҙ-ара һөҙөмтәле эш иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәк етәксеһенә ведомствоның Почет грамотаһын тапшырҙы.

– Хеҙмәт адаптацияһы үҙәктәрендә сифатлы продукцияны конкуренцияға һәләтле хаҡтар буйынса, кәрәкле күләмдә һәм билдәләнгән ваҡытта етештерергә әҙерҙәр. Беҙҙең маҡсат – махсус контингентты эшкә урынлаштырыу һәм енәйәт башҡарыу системаһының төп бурысын – хөкөм ителгәндәрҙе төҙәтеүҙе үтәү, – тине Сергей Кудрявцев.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә һәм муниципалитет башлыҡтарына енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары менән үҙ-ара эш итеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты.

– Был мәсьәләгә өҫтәмә энергия бирергә кәрәк. Хеҙмәт адаптацияһы үҙәктәрендә һығылмалы шарттарҙа хаҡтар буйынса арзан продукция сығарыла. Сауҙала ҡатнашырға мөмкин, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас