Новости
16 Март , 17:35

Башҡортостан Башлығы үҙ фекерен белдерҙе

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт министрлығында кадрҙар тәғәйенләү хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Тәтешле районының элекке башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе һәм министр вазифаһын башҡарыуын билдәләне.

Башҡортостан Башлығы үҙ фекерен белдерҙеБашҡортостан Башлығы үҙ фекерен белдерҙе
Башҡортостан Башлығы үҙ фекерен белдерҙе

«Беҙгә күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Бөтә мәҙәни эштәр туҡталып ҡалырға тейеш түгел, саралар күп. Был хаҡта бөгөн фекер алышырға килештек», – тине Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше өсөн рәхмәт белдереп, уның командала ҡалыуын һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итәсәген билдәләне. Артабан Шәйхисламов Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы етәксеһе вазифаһын башҡарасаҡ.

 

Фото: скриншот / оператив кәңәшмә

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас