Новости
8 Март , 04:00

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе матур яҙғы байрам – Халыҡара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Был көн тәбиғәттең уяныуын, яңы тормош башланыуын кәүҙәләндерә. Һеҙ беҙҙең донъяны сағыуыраҡ һәм яҡтыраҡ итәһегеҙ, уны йылылыҡ һәм хәстәрлек менән тулыландыраһығыҙ. Һеҙ бар нәмәгә лә өлгөрһөгөҙ: балалар тәрбиәләйһегеҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ, карьера төҙөйһөгөҙ, һөнәрегеҙҙә уңыштарға өлгәшәһегеҙ, мәктәптәрҙә һәм дауаханаларҙа, район предприятиеларында һәм учреждениеларында эшләйһегеҙ, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтерәһегеҙ, бизнес һәм йәмәғәт эше менән шөғөлләнәһегеҙ. Һеҙҙең аҡылығыҙ, сабыр һәм тырыш булыуығыҙ һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, ә һеҙҙең сибәрлек һәм һөйкөмлөлөк ирегеттәрҙе яңы ҡаҙаныштарға рухландыра. Ишембай районының үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Өйҙәрегеҙҙә һәр ваҡыт йылылыҡ, бәхет һәм именлек хөкөм һөрһөн. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, яҙғы кәйеф һәм ябай ҡатын-ҡыҙ шатлығы теләйем. Һәр көн һеҙгә йылмайырға сәбәп бирһен, ә яҡындарығыҙ һөйөү һәм хәстәрлек менән уратһын.

Байрам менән, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар!

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас