Иглин районының Көҙәй ауылы егете 2022 йылда үҙ теләге менән махсус операция зонаһына юллана. 2024 йылда Оборона Министрлығы менән контрактты оҙайта. Разведка төркөмө составында дошман позицияларын разведкалау буйынса хәрби бурыстарҙы үтәй.
Хәрби операцияларҙың береһендә яҡташыбыҙ дошмандың дронын атып төшөрөп, яралы иптәшенә ярҙам күрһәтә һәм уны яҡындағы медицина ротаһы пунктына эвакуациялай.
Рәсәй президенты указы менән «Анубис» позывнойлы яугир «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн», генерал Шайморатов миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
Фото: Гүзәл Насирова / Иглин районы хакимиәте