Новости
3 Февраль , 14:00

Саҡмағоштан МХО яугиры отпускыһы ваҡытында туй үткәргән

Саҡмағош районынан «Шустрый» позывнойлы яугир дүртенсе йыл махсус операцияла ҡатнаша.

Саҡмағоштан МХО яугиры отпускыһы ваҡытында туй үткәргәнСаҡмағоштан МХО яугиры отпускыһы ваҡытында туй үткәргән
Саҡмағоштан МХО яугиры отпускыһы ваҡытында туй үткәргән

Саҡмағош районында «Щустрый» позывнойлы яугир отпускыһы ваҡытында туй үткәргән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына уның ғаиләһе хәбәр итте.

Яңы Бирҙе ауылынан «Щустрый» махсус операцияла өс йылдан ашыу хеҙмәт итә. Буласаҡ кәләше Вилена менән ул тыуған районына ялға ҡайтҡанда таныша. Оҙайлы айырылышыуҙарға, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙың мөхәббәте көндән-көн нығына. Былтыр августа йәш пар никах уҡытып, сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итә. Был матур ваҡиғанан һуң дүрт ай үткәс, яңыраҡ йәштәрҙең туйы үткән.

«Беҙҙең һаҡсыбыҙ күп балалы ғаиләлә бишенсе булып тыуған. Бала саҡтан уҡ изге күңелле, эшһөйәр, аралашыусан булып үҫте. Беҙ уны көтәбеҙ, һағынабыҙ. Бөтә һалдаттар ҙа өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуына ысын күңелдән өмөт итәбеҙ һәм доғалар ҡылабыҙ», — тип уртаҡлашты һалдаттың яҡындары.

Яугир фронт һыҙығында күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.

 

Фото: ғаилә архивы

Саҡмағоштан МХО яугиры отпускыһы ваҡытында туй үткәргән
Саҡмағоштан МХО яугиры отпускыһы ваҡытында туй үткәргән
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас