Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар , 13:00

Плюс минус биреүе мөмкин

Һуңғы йылдарҙа ҡышҡы һауа торошо йыш үҙгәреүсән: бөгөн ҡар-буран көтәбеҙ, ә тышта яҙғы йылы көн. Тун, быйма, шәл тураһында әллә ҡасан оноттоҡ инде. Ҡыш уртаһында апрель айында кеүек кейенеп йөрөгән йәштәргә хәҙер бер кем дә аптырамай. Берәүҙәр йылы ҡышҡа ҡыуанһа, икенселәр, киреһенсә, элеккесә һыуыҡ миҙгелде һағына.

Плюс минус биреүе мөмкин
Плюс минус биреүе мөмкин

Ҡышҡы йылы һауа торошо ер эштәренә ниндәй йоғонто яһай икән? Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең белгестәре ете төрлө хәүеф билдәләй.

1. Тамырҙарҙың өшөүе: Һалҡын көндәрҙә ҡар үҫемлектәрҙе һаҡлай. Ләкин һауа торошо плюс булғанда ҡар ҡатламы тиҙ ирей. Ҡапыл башланған иреүҙән һуң көндәрҙең ҡабаттан һыуытыуы ихтимал – был хәл үҫемлектәрҙең тамыр системаһына зыян килтерә.

Шуның өсөн дә тиҙ бирешеүсән культураларҙы мульча йәйеп һаҡларға кәңәш ителә.

2. Яҙғы дымдың етмәүе: Ҡыштың йылы килеүе, ҡар ҡатламаның даими булмауы арҡаһында ерҙең туңыу һәм дымдың юҡҡа сығыу хәүефе бар. Ҡарҙың аҙ яуыуы үҙен яҙын – йоҡонан уянған үҫемлектәрҙең дымға мохтажлыҡ кисергән осорҙа белдертәсәк.

3. Ерҙең артыҡ еүешләнеүе: Ҡышҡы һауа температураһы плюс булғанда һәм ямғыр яуып торғанда ер артыҡ еүешләнә – был хәл уның күгәреүенә һәм бәшмәк ауырыуының таралыуына килтереүе мөмкин. Был осраҡта түтәлдәрҙе йомшартыу һәм япма материлдар менән ҡаплау кәңәш ителә.

4. Температураның үҙгәреүе үҫемлектәрҙең хәлһеҙләнеүенә килтерә.

Ҡышын ағастар йоҡо хәлендә була, аномаль йылы температура уларҙың ваҡытынан алда уяныуына килтереүе ихтимал. Шуға ла температураны күҙәтергә һәм ағастарҙы стресҡа ҡаршы препараттар менән ашларға кәрәк.

5. Ҡайырҙың ярылыуы: Температураның берсә йылы, берсә һалҡын булыуы емеш ағастары ҡайырының ярылыуына килтерә.

Был осраҡта ағастарҙы аҡлау кәңәш ителә.

6. Күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең ваҡытынан алда уяныуы:

Ҡышын йылы һауа торошо һуған тамырлы үҫемлектәрҙе үтә иртә уятыуы ихтимал. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күп сорттар, үҫентеләре көнгә сыҡһа ла, оҙаҡҡа килмәгән һалҡындарҙы яҡшы үткәрә.

Кәрәк булһа, түтәлдәрҙе япма материал менән ҡапларға мөмкин.

7. Ҡаплаулы урындарҙа парлы эффект:

Әгәр ҙә һеҙ түтәлдәрҙе ҡышҡылыҡҡа ҡаплаһағыҙ, йылы һауа торошо парлы эффект барлыҡҡа килтереүе мөмкин – был культураларҙың ваҡытынан алда уяныуына һәм буй ебәреүенә килтерә. Шулай уҡ сирле микроорганизмдарҙың үрсеүенә килтерәсәк.

Бындай урындарҙа, әгәр алдағы көндәрҙә йылы көндәр көтөлһә, һауа алыштырырға кәрәк.


Айһылыу ВАХИТОВА фотоһы.

Автор: Людмила БОРИСОВА. «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районы буйынса бүлегенең әйҙәүсе агрономы.
Читайте нас