Новости
15 Ғинуар , 08:11

Ике кешенең кәүҙәһен тапҡандар

Фажиғәле хәл Кушнаренкола булған

Ике кешенең кәүҙәһен тапҡандарИке кешенең кәүҙәһен тапҡандар
Ике кешенең кәүҙәһен тапҡандар

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 ғинуарға ҡарай төндә Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында көслө янғын булған.

Мәғлүм булыуынса, 7х9 метр ҙурлығында шәхси йорт янған. Янғын һүндереүселәр утты һүндергән саҡта 62 йәшлек ирҙең һәм 83 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан.

Көндәр һалҡынайтҡан һайын янғын сығыу хәүефе арта. Шуға күрә лә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, балаларҙы һәм өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда, 112 телефонына шылтыратығыҙ.

 

Рәмилә Мусина.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан. 

Ике кешенең кәүҙәһен тапҡандар
Ике кешенең кәүҙәһен тапҡандар
Ике кешенең кәүҙәһен тапҡандар
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас