Новости
9 Декабрь 2025, 04:00

Республика Башлығы Яңы йылды байрам итеү буйынса йөкләмәләр бирҙе

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә  яуаплы министрҙарға Яңы йылды байрам итеү йәһәтенән йөкләмәләр бирҙе.

Республика Башлығы Яңы йылды байрам итеү буйынса йөкләмәләр бирҙеРеспублика Башлығы Яңы йылды байрам итеү буйынса йөкләмәләр бирҙе
Республика Башлығы Яңы йылды байрам итеү буйынса йөкләмәләр бирҙе

– Көндәр һыуытһа, боҙҙан һындар яһарға мөмкинлек булыр тип көтәбеҙ. Өфөлә һәм ҡалаларҙа емелдәп торған арт-объекттар ҡуйыла, – тип отчет бирҙе Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

– Ошондай шарттарҙа процесс менән идара итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ республика етәксеһе мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙинға балалар өсөн яңы йыл шыршыларын үткәреү мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты. 25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы шыршыһына һәм муниципаль яңы йыл шыршыларына әҙерлек эштәре бара, тип яуапланы министр.  

Радий Хәбиров сараларҙы хәүеф үткәреүҙе ойоштороу кәрәклеген дә билдәләне. Республика етәксеһе Мәҙәниәт министрлығына яңы йыл саралары планы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

 

Фото редакция архивынан

Автор:Лейла Аралбаева.
Читайте нас