«Мин заводта эшләп йөрөй инем. Ағайым шылтыратып, контракт төҙөргә һәм МХО-ға китергә тәҡдим итте. Йыйындыҡ та хәрби комиссариатҡа барҙыҡ. Оҙаҡ уйларға кәрәкмәй. Күп ваҡыт үтте инде. Бының былай ғына тамамланмаясағы аңлашыла», — тип офицерҙың һүҙҙәрен килтерә «Z махсус операция геройҙары» телеграм-каналы.
Хәрби юлының башында «Була» ҡаты яраланған. Оҙайлы реабилитациянан һуң яңынан сафҡа баҫҡан. Быйыл башҡорт яугире лейтенант исемен алған.
Алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Жуков һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалдары, Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Өйҙә уны ҡыҙы һәм улы еңеү менән ҡайтыуын көтә.
Фото:telegram-канал / «Z махсус операция геройҙары»