

14 ноябрҙә Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән ир ҡатынын һәм уның танышын атҡан. Сәбәбе – көнләшеү. Был ҡылығынан һуң 61 йәшлек ир үҙен дә атырға маташҡан, әммә участка полицейскийы Венер Солтанғолов уны ҡоралһыҙландырыуға өлгәшкән.
Полиция килгәндә ир һунар мылтығын эсе тәңгәленә ҡуйып, үҙенә лә атыу менән янаған. Ул Солтанғоловтан башҡа кеше менән һөйләшеүҙән баш тарта. Участковый янына килеп аралаша башлағанда ирҙең телефоны шылтыраған, уға әүрәгән арала, полиция хеҙмәткәре ҡоралды ҡулынан һуғып төшөрөп, үҙен тотҡарлаған. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, был кеше ҡатынын хыянат итеүҙә шикләнеп, үс алырға ҡарар итә. Уның һүҙҙәренсә, таныш ир һөйләшеүҙән баш тартҡас, ул уның аяғына тоҫҡап атҡан, шунан гаражға һөйрәтеп индереп, башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан.
Уны үлтергәндән һуң ир эштән 52 йәшлек ҡатынын көтөп ала һәм уның эсенә һәм муйыны тирәһенә ике тапҡыр ата. Ҡатыны ҡасырға маташҡан, әммә ишекте аса алмаған.
Иргә ҡарата үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында. Уға психологик-психиатрик экспертиза тәғәйенләнгән.
Фото: пресс-служба МВД России.