Новости
11 Ноябрь 2025, 17:00

Тура бәйләнештә – сюрприз!

Халыҡҡа Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы күрһәтелде. 

Тура бәйләнештә – сюрприз!Тура бәйләнештә – сюрприз!
Тура бәйләнештә – сюрприз!

Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше дауам итә һәм өсөнсө сәғәте башланды. Был ваҡытҡа килгән һорауҙар һаны ете меңдән ашҡан һәм улар килеүен дауам итә.

Тура бәйләнеш барышында быйылғы йылдың мөһим һорауы – Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында һорау бирелде. Һәм был урында тамашасылар өсөн сюрприз әҙерләнгәйне – беҙгә милли геройыбыҙҙың һәйкәлен реставрациялау барышы күрһәтелде.

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә һәйкәл тулыһынса һүтелеп бөттө һәм уның өлөштәре махсус цехҡа оҙатылды. Майҙаны мең квадрат метрлыҡ ангар Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан. Белгестәр эшкә тотонған да инде.

Реставраторҙар Михаил Татарников һәм Андрей Смирнов һәйкәлдең нисек ремонтланасағын аңлаттыҺәйкәлде реставрациялау эштәрҙең тулы циклын биләй.

– Һүтеп алынғандан һуң цехта деталдәр таҙартыла, локалләштерелә һәм коррозиянан таҙартыла. Шулай уҡ бында монументты урынына монтажлау алдынан йыйыу эштәре башҡарыласаҡ, – тип аңлатты Михаил Татарников.

Һис шикһеҙ, һәйкәл тәүге ҡиәфәтенә ҡайтасаҡ, тип ышандырҙы Андрей Смирнов. Һәйкәлдең төҫө легендар һәйкәл авторы – осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиев уйлағанға тап киләсәк тип айырыуса билдәләнә.

Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили фекеренсә, һүтеү буйынса бөтә эш бик ваҡытында башҡарылған. Барыһы ла график буйынса бара һәм 2027 йылдың октябренә реставрацияланған һәйкәл Ағиҙел йылғаһының матур ярындағы постаментына әйләнеп ҡайтасаҡ.

Радий Хәбиров, һәйкәлде реконструкциялау тураһында ҡарар уға еңел бирелмәне, тине.

– Был бик ҙур эмоциональ йөкләмә, тәүҙә беҙҙе әллә нимәлә ғәйепләп бөттөләр. Ысынлап та, был ауыр тарих, бигерәк тә башлап ебәәреүе ауыр ине, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әммә әгәр беҙ быны эшләмәһәк, беҙҙең өсөн тәбиғәт һәм һәйкәлдең тәбиғи ҡартайыуының кире процестары үҙ эшен башҡарыр ине. Аллаға шөкөр, беҙ башланыҡ. Беҙҙә проект, Рәсәй художество Академияһы йөҙөндә партнер бар, ул профессиональ оҙатыуҙы тормошҡа ашыра, йәмғиәттә консенсус булдырылды. Шулай ҙа йәмғиәтте был һәйкәлде төшөрөргә, реставрациялауға һәм кире ҡуйырға кәрәклегенә ышандырҙыҡ. Аҡсабыҙ бар, планыбыҙ бар.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәйкәлде кире ҡайтарыу гаранты булып уның һүҙе генә түгел, Күҙәтеү советы һәм тергеҙеү процесын күҙәткән бөтә республика тора. Атлы статуяны реставрациялауҙан тыш, һәйкәл тирәһендәге бөтә биләмә төҙөкләндереләсәк, тип билдәләне республика Башлығы.

 

Фото: "Башинформ". 

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас