Новости
1 Ноябрь 2025, 17:27

Торатау итәгендә - йәштәр патриотик фестивале

Бөгөн, 1 ноябрҙә, Торатау итәгендә Халыҡтар берҙәмлеге байрамы уңайынан «Хәрәкәт» йәштәр патриотик фестивале үтте. Уның сиктәрендә ат ярышы, уҡтан атыу, мас-рестлинг кеүек милли спорт уйындары ойошторолдо.

- Мин уҡтан атыу менән дүрт йыл шөғөлләнәм, - тип ихлас уртаҡлашты «Аҡ тайлаҡ» клубы ағзаһы Эльвира Мәүлитова. - Тәүҙә Ислам улымды ярыштарҙа оҙатып йөрөнөм, аҙаҡ үҙем дә дәртләнеп киттем. Был милли спорт төрө бик оҡшай, өйҙә күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Бөтә ғаилә менән хәрәкәттәбеҙ. Ауылда ла уҡтан атырға шарттар булдырғанбыҙ, даими шөғөлләнеп торабыҙ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, барыбыҙ ҙа сәләмәт булайыҡ.

Айһылыу ВАХИТОВА.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Читайте нас