Новости
21 Сентября 2025, 05:00

Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙер

Өфөлә Салауат батырҙың һәйкәле янына видеокүҙәтеү ҡуйылған. Әле уның постаментын асҡандар.

Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙерСалауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙер
Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙер

Бөгөнгә һәйкәлдең тирә-яғы ҡойма менән уратып алынған, ваҡытылыса инженер селтәрҙәре, электр уты үткәрелгән, видеокүҙәтеү ҡуйылған. Төҙөлөш ҡаласығы эшләй башланы, тип хәбәр итә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов.

Шулай уҡ һәйкәлде нығытыу өсөн тимер конструкциялар әҙер булған. Бынан тыш, сентябрҙә ер ҡаҙыу эштәре башланасаҡ, скульптура эргәһендә түшәлгән ташты, гранит баҫҡыстарҙы аласаҡтар.

«Барлыҡ эштәр юл картаһына ярашлы — тәғәйен ваҡытта башҡарыла», — тип белдерҙе Рөстәм Ғәзизов.

 

Сығанаҡ: agideljurn.ru

Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙер
Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙер
Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙер
Автор:
Читайте нас