Новости
8 Сентябрь 2025, 09:28

Башҡортостанда аҡҡош ғаиләһе кешеләргә эйәләшкән

Хәйбулла районының Ивановка ауылында аҡҡош ғаиләһе дүрт себеше менән кешеләргә эйәләшкән. Мәмбәт ауылында йәшәгән Вәсилә Мәмбәтова әйтеүенсә, ҡоштар кешенән ҡурҡмай, ҡулға өйрәнгән.

Башҡортостанда аҡҡош ғаиләһе кешеләргә эйәләшкәнБашҡортостанда аҡҡош ғаиләһе кешеләргә эйәләшкән
Башҡортостанда аҡҡош ғаиләһе кешеләргә эйәләшкән

«Аҡҡоштар иң тәүҙә бер ихата алдына килеп ултырған. Асыҡҡандыр, тип уйлап, уларҙы ашатҡандар һәм тоҡҡа һалып ауыл осондағы быуаға ебәргәндәр. Бөгөнгө көндә быуа янында йәшәгән бер хужалыҡҡа килеп-китеп йөрөйҙәр икән. Кешенән ҡурҡмайҙар», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Вәсилә Мәмбәтова. 

Быға тиклем экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре иһә аҡҡоштарҙы ҡулға эйәләштермәҫкә кәңәш итә. 

«Аҡҡоштарҙы ашатмағыҙ, был уларҙың ғүмере өсөн хәүефле. Ҡыуып ебәрегеҙ һәм белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ», — тип белдергәйне экологтар.

 

Фото:Вәсилә Мәмбәтова ебәргән фото

Башҡортостанда аҡҡош ғаиләһе кешеләргә эйәләшкән
Башҡортостанда аҡҡош ғаиләһе кешеләргә эйәләшкән
Башҡортостанда аҡҡош ғаиләһе кешеләргә эйәләшкән
Автор:
Читайте нас