Новости
21 Август 2025, 12:32

Яҡташ яугир тыуған ауылында яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйған

Шишмә районынан «Чистый» позывнойлы яугир «Атайсал» проектында ҡатнашҡан.    

Яҡташ яугир тыуған ауылында яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйғанЯҡташ яугир тыуған ауылында яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйған
Яҡташ яугир тыуған ауылында яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйған

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылынан «Чистый» позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялында тыуған ауылына бүләк эшләргә булған. «Атайсал» проекты сиктәрендә ир-уҙаман үҙ урамына 15 заманса фонарь һатып алып ҡуйған. Был хаҡта «Родник плюс» гәзите хәбәр итә.

«Урамыбыҙҙың яҡтыраҡ һәм йәмлерәк булыуын теләнем», – тине яугир һәм Шөңгәккүл ауыл советы етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

 

Фото:«Родник плюс» гәзите

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас