Новости
4 Август 2025, 08:17

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы Зөһрә Гордиенконы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһынан бушатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн, 4 августа, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, чиновник икенсе эшкә күсә.

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙыЗөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы

Туризм министры итеп быға тиклем иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары булған Светлана Верещагина тәғәйенләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гордиенко 2024 йылдың майында туризм министры вазифаһында эшләй башланы.

 

Фото:Олег Яровиков

Автор:Ляйсан Закирова
Читайте нас