

Белорет районының Берештамаҡ ауылында 11 һәм 12 йәшлек малайҙар даими кеше йәшәмәгән өйҙә тимер банкала дары табып ала. Уны күпер төбөнә алып барып, шырпы һыҙып яндырып ҡарайҙар.
Һөҙөмтәлә дары шартлап, кейемдәренә ут тоҡана, биттәре ныҡ ҡына бешә һәм күҙҙәренә зыян килә. Малайҙарҙы Өфөгә Республика тән бешеү үҙәгенә алып китәләр. Әле табиптар бер малайҙың күҙенә операция яһау-яһамауҙы хәл итеү буйынса кәңәшләшә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә зыян күреүселәрҙең хәле уртаса тип хәбәр иткән.