Новости
21 Июль 2025, 11:00

Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.

Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәреләРеспублика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә
Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә

Быйыл яңы уҡыу йылы алдынан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе 26 августа Бөрөлә ойошторола. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо хаҡта иғлан итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда август кәңәшмәһе күп йылдар дауамында тәүге тапҡыр республиканың баш ҡалаһынан ситтә, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡта үтте һәм «Төбәк мәғариф системаһының стратегик йүнәлештәре» темаһына арналды.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас